Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандан биш делегат Бөтә Рәсәй төҙөүселәр съезында ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Кесе йома, 30 сентябрҙә, Мәскәүҙә төҙөлөш алып барған кешеләрҙең ағзалығына нигеҙләнгән үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаларҙың III Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк. Сара илдең төрлө төҙөлөш ойошмаларынан 200-ҙән ашыу делегат йыясаҡ. Башҡортостандан унда биш кеше – БР Төҙөүселәр союзы президенты Рәшит Мәмлиев, Төбәк-ара төҙөүселәр союзы вице-президенты Раиса Ходжаева, Төҙөлөш компаниялары төркөмө рәйесе Борис Бондаренко, Төбәк-ара төҙөүселәр берекмәһе рәйесе Альберт Баһауетдинов һәм «Коммунжилремстрой» коммерция булмаған партнерлыҡ советы рәйесе Валерий Воронков ҡатнашасаҡ.

Съезда Үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаларҙың милли берекмәһе уставына үҙгәрештәр индерергә планлаштырыла, уның президентын һәм совет составын һайларға, шулай уҡ берекмәнең тәүге ярты йыллыҡтағы эш йомғаҡтарын тикшерергә планлаштырыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть