6 декабрь, Шишәмбе

28 сентябрь 2010 йыл, 15:57

Башҡортостан энергетиктары йылылыҡ бирергә әҙер

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандағы хужаһыҙ электр селтәрҙәре мәсьәләһен 2012 йыл аҙағына тиклем хәл итеү планлаштырыла. Был турала БР Хөкүмәтендәге ултырышта «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Доронин белдерҙе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов, республикала хеҙмәтләндерелмәгән электр селтәренә тоташтырылған эре тораҡ пункттар күп, тип белдерҙе.  

Алексей Доронин һүҙҙәренсә, байтаҡ хужаһыҙ селтәрҙәрҙе тергеҙеү һәм уларҙы предприятие балансына ҡабул итеү графигы киренән ҡаралған. Иң ауыр хәл Белорет районында күҙәтелгән. Унда республика бюджетынан өҫтәп 68 миллион һум бүленгән. Әле эштәр әүҙем бара.

— Быйыл хужаһыҙ селтәрҙәрҙе тергеҙеүгә 138 миллион һум үҙләштереләсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Доронин. -  Әммә был ғына етмәй. Был проблеманы ике йыл эсендә хәл итер өсөн 436 миллион һум кәрәк.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе һыу һаҡлағыстарҙың һыуын ҡулланыу тураһында ла һөйләне. Һыу идаралығы менән килешеп эшләнгән графиктар теүәл күҙәтелә.  

— Ташҡындар башланыуға Павловка һыу һаҡлағысы буйынса күрһәткесте — 131 метрға, Йомағужа һыу һаҡлағысы буйынса 232 метрға еткерербеҙ, тип ышанам, — тип билдәләне Алексей Доронин.

«Башкирэнерго»ның бөгөнгө көндә запаста 118 мең тонна мазуты һәм 88 мең тонна күмере бар. Былар барыһы ла нормативтан бер нисә тапҡырға артығыраҡ.  

Йылылыҡ-энергетика ҡорамалдарын ремонтлауға килгәндә иһә, ул график буйынса бара. Бөгөнгө көндә филиалдарҙа әҙерлек тикшереүҙәре алып барыла. Шуларҙың дүртеһе көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек паспорты алған. Йылылыҡ магистралдәрен һәм кварталдағы селтәрҙәрҙе ремонтлау тамамланған. Улар барыһы ла миҙгелгә әҙер. Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Ағиҙелдә һәм Нефтекамала йылы бирелә башлаған.

—Ремонт фонды буйынса һорауҙар юҡ, — тине Доронин. — Әммә ҡорамалдар иҫкерә. Шуға күрә 2011 йылда «Башкирэнерго» буйынса ремонт фонды 27 процентҡа арттырыласаҡ.

Предприятие алдындағы дебитор бурыс 2520 миллион һум тәшкил итә. Шуларҙан электроэнергияға — ике миллиард, йылылыҡ энергияһына — 520 миллион. Торлаҡ-коммуналь сектор буйынса сумма 590 миллион һум тәшкил итә. Бурыс кәмей бара. Йыл аҙағына 1800 миллион һум самаһы суммаға сығыу планлаштырыла.