Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

4-се инфекцион дауахана 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Йәмғиәт

Өфөнөң 4-се инфекцион дауаханаһы быйыл нигеҙләнеүенең 100 йыллығын билдәләй. Был уңайҙан тантаналар республиканың баш ҡалаһында 30 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк.  Ошо уҡ көндө унда «Инфекцион патологияның көнүҙәк мәсьәләләре» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла ойоштороласаҡ.

«Башинформ»  агентлығына Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла ҡатнашыуға республиканың табип-инфекционистары, терапевтары, педиатрҙар, дөйөм практика табиптары, эпидемиологтар, шулай уҡ кафедра хеҙмәткәрҙәре, ординаторҙар, табип-интерндар, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары саҡырылған.

Медицина форумы барышында киҙеүҙе, бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәкте, хроник С гепатитын профилактикалау һәм дауалауға бәйле проблемалар тикшереләсәк.

Мәскәүҙән һәм  Тольяттинан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть