5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2010 йыл, 15:19

29 сентябрҙә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында - демография мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәл

автор: Маргарита Фәйрушина

29 сентябрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған «Башҡортостан Республикаһында демографик сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыуҙың төп проблемалары» исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелә.

Унда БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы вәкилдәре, демография өлкәһендәге билдәле ғалимдар ҡатнашасаҡ. Демографик сәйәсәттең методологик аспекттары, уны ғәмәлгә ашырыу проблемалары, демографик процестарҙың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәренә йоғонтоһо тикшереләсәк. Демографик процестарҙы социологик яҡтан тикшереү тәжрибәһе анализланасаҡ.

Сара сәғәт 14.30-ҙа башлана.

темалар: анонс