9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2010 йыл, 15:04

30 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең ΙΙΙ съезы үтәсәк

автор: Галина Феоктистова, Марина Шумилова

Кесе йома, 30 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең ΙΙΙ съезы үткәрелә. Унда республика муниципалитеттарының 700-ҙән ашыу вәкиле ҡатнашасаҡ. Форумға Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылған.

Көндөң тәүге яртыһында съезд сиктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк. Түңәрәк өҫтәлдәр эше йомғаҡтары буйынса рекомендациялар ҡабул ителәсәк.

Төштән һуң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында форумдың пленар ултырышы үткәрелә, унда муниципаль берәмектәр вәкилдәре сығыш яһаясаҡ, «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының эш органдары ойоштороласаҡ.

Муниципаль берәмектәрҙең III съезы республикала урындағы үҙидара үҫешенә йомғаҡ яһаясаҡ, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы Идараһының эшен баһалаясаҡ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һәм биләмәләрҙең артабанғы үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк.  

Мәғлүм булыуынса, «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы 2006 йылдың майында ойошторолғайны. Республиканың 895 муниципаль берәмеге уның ағзалары булып тора. Ассоциацияның төп бурыстары – муниципаль берәмектәр мәнфәғәттәрен яҡлау, уларға методик ярҙам күрһәтеү, урындағы үҙидара органдарының дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлеген тәьмин итеү.