4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2010 йыл, 14:50

Башҡортостанда урман янғындары кәмей

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда бер урман янғыны ғына теркәлгән. Кушнаренко районында 11 гектар урман яна. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың хәбәр итеүенсә, янғын уратып алынған һәм әлеге ваҡытта һүндерелә.  

— Янғын һүндереүгә 13 кеше һәм 8 техника берәмеге йәлеп ителгән. Яҡындағы тораҡ пунктына өс километр. Халыҡҡа хәүеф янамай.

Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып республикала 11633 гектар майҙанда 603 урман янғыны булып үткән. Сентябрҙә күп урында урмандар янған, шул уҡ ваҡытта һәр төрлө саралар йылдамыраҡ ҡабул ителгән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ауыл хужалығы менән бәйле үрт һалыуҙар күҙәтелә. Шуның арҡаһында тораҡ пункттар һәм урман фонды биләмәһендә ут таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн һөҙөмтәле эш алып барыла. Бындай үртәүҙәр менән бәйле янғындар теркәлмәгән.