Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Волга буйы Ҡануниәт органдары ассоциацияһы ултырышы

Сәйәсәт

Өфөлә, Конгресс-холда, Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының ҡануниәт (вәкәләтле) дәүләт власы органдары ассоциацияһының XXIV ултырышы бара.

Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Ассоциация составына ингән Волга буйы төбәктәре парламенттары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан парламенты депутаттары, Рәсәйҙең 14 субъектының федераль инспекторҙары, федераль һәм республика власть органдары, республика шифаханалары директорҙары ҡатнаша.

Ассоциация ултырышы көн тәртибенә төп мәсьәләләрҙең береһе булараҡ «Граждандарҙы санатор-курорт дауалауҙы закон нигеҙендә тәьмин итеү: Башҡортостан Республикаһы миҫалында хәҙерге торошо һәм үҫеш перспективалары» мәсьәләһе индерелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть