Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләге «тиҙ ярҙам»дың баш табибы Интернет аша кәңәштәр бирә

Йәмғиәт

Өфөләге «тиҙ ярҙам»дың баш табибынан консультацияны хәҙер скайп аша алырға мөмкин: он-лайнда аралашыуға биш минут ваҡыт бирелә. Интернет-ҡабул итеүгә телефон аша — 254-99-84, йәки ssmpufa@mail.ru адресына заявка ебәреп яҙылырға мөмкин. Заявкала исем-фамилияңды, тыуған йылыңды, скайп адресын һәм фекер алышырға теләгән мәсьәлә хаҡында яҙып ебәрергә кәрәк. Билдәләнгән ваҡытта баш табип үҙе бәйләнешкә сығасаҡ.  

Шулай уҡ Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы етәксеһенә һорауҙарҙы ла ошо уҡ ssmpufa@mail.ru адресына ебәрергә мөмкин, яуап пациенттарҙың электрон почтаһына киләсәк.

Интернет-ҡабул итеү әлегә тест режимында алып барыла, — тип хәбәр итте Өфөләге “Тиҙ медицина ярҙамы станцияһы” муниципаль учреждениеһының матбуғат секретары Олеся Осадчая. —  Беҙ пациенттар менән аралашыуҙың был алымын, Интернет-ҡабул итеүҙәр популярлыҡ алған башҡа төбәктәр тәжрибәһенә таянып, әлегә ҡулланып ҡына ҡарайбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть