6 декабрь, Шишәмбе

28 сентябрь 2010 йыл, 13:23

Ололар көнөндә пенсионерҙар өсөн юл йөрөү бушлай буласаҡ

автор: Сергей Захаров

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Башавтотранс" предприятиеһына, Өфөнөң Электротранспорт идаралығына һәм Йылға аша сығыу ҡулайламалары эксплуатация контораһына, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығына һәм Салауат ҡалаһы трамвай идаралығына, дөйөм файҙаланыуҙағы даими маршруттар буйынса пассажир ташыуҙар менән шөғөлләнеүсе юридик шәхестәргә һәм индивидуаль эшҡыуарҙарға 1 октябрҙә хәйриә маҡсатында өлкән йәштәге граждандарға, пенсия танытмаһын күрһәтеп, бушлай йөрөү хоҡуғы бирергә тәҡдим итә.

Белешмә өсөн. Йыл һайын 1 октябрҙә бөтә ил Ололар көнөн билдәләй. Ул 1990 йылдың 14 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарары менән халыҡ-ара байрам календарына индерелгән. Ололар көнөн үткәреү маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын өлкән быуын кешеләре проблемаларына йәлеп итеү, уларҙың йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө тураһында иҫкәртеү.  

темалар: хәйриә