Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Григорий Рапота инновацион фекерләүҙе үҫтерергә саҡырҙы

Сәйәсәт

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота уҡытыусыларҙы үҙ тәрбиәләнеүселәрендә инновацион фекерләүҙе үҫтерергә саҡырҙы.  

— Инновацион үҫеш юлы ғына илебеҙ өсөн перспективалы буласағы хәҙер һәр кемгә мәғлүм, — тине ул Өфөнөң 3-сө гимназияһында мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ваҡытында. – Ләкин инновациялар юғары технологиялы производстволарҙы һәм фәнде инвестициялауҙы ғына аңлатмай. Халҡыбыҙҙа, бөгөн Япониялағы кеүек, инновацион фекерләү тибын тәрбиәләргә кәрәк.  

Йәш быуында инновацион фекерләү тибын тәрбиәләүҙе, Григорий Рапота фекеренсә, вузда түгел, ә мәктәп эскәмйәһенән үк башларға кәрәк.

— Бөгөн, әйткәндәй, күптәр был зарурлыҡты аңлай, — тине Григорий Рапота. – Уны нисек тормошҡа ашырыу мәсьәләһе – икенсе эш. Шуныһы асыҡ – уҡыусыларҙа инновация тураһында фекерләүҙе улар иҡтисад, үҙ төбәгенең һәм тотош Рәсәйҙең үҫеш перспективалары тураһында уйлана башлаған ғына саҡта уҡ тәрбиәләй башларға кәрәк. Шул осраҡта ғына был быуын киләсәктә үҙ иленең тулы үҫешен тәьмин итә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть