8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2010 йыл, 10:17

Григорий Рапота Өфөгә килде

автор: Сергей Захаров

Башҡортостанға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота килде. Өфө аэропортында уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Григорий Рапота Рәсәй Федерацияһының Волга буйы субъекттары ҡануниәт (вәкәләтле) органдары ассоциацияһының XXIV ултырышы эшендә һәм Өфөлә ил Президентының ҡабул итеү бүлмәһен асыуҙа ҡатнашасаҡ.  

Башҡортостан баш ҡалаһында Тулы хоҡуҡлы вәкил шулай уҡ боронғо уҡыу йорттарының береһе — 3-сө гимназия уҡытыусылары һәм Башҡорт дәүләт университетында бәләкәй дәүләт идаралығы академияһы тыңлаусылары менән осрашырға ниәтләй.  

темалар: сәфәрҙәр