4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2010 йыл, 9:09

Республика башлығы аҙыҡ-түлек баҙарының тулылығына иғтибар итеүҙе һораны

автор: "Башинформ"

Үткән йәкшәмбелә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә бер нисә ауыл хужалығы йәрминкәһен ҡараны. Аҙыҡ-түлек баҙарын тикшереүгә республика башлығы теүәл бер көнөн сарыф итте.

— Дөйөм алғанда, йәрминкәләрҙән яҡшы тәьҫораттар ҡалды -  бында картуфтың килограмын 20 һумға, кәбеҫтәнең килограмын — 20 һумға, кишерҙе – 30 һумға, 50 килограмлыҡ тоҡ менән ондо 650 һум менән һатып алырға мөмкин ине, бөтә ерҙә лә бал тәҡдим ителде.  Әммә ҡайһы бер сауҙа майҙандарында ассортимент тейешле кимәлдә түгел ине, мәҫәлән, Дим баҙарында картуф һәм башҡа төрлө йәшелсәләр булманы.  

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бындай йәрминкәләрҙе, йәрминкәләргә килеүсе фермерҙарҙың эшләү шарттарына иғтибар биреп, мәҙәниәтлерәк үткәрергә кәрәк.  Ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына был эште тейешле контролдә тоторға ҡушылды, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты