Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәләк булыу сәбәбен тикшерергә ҡушты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты 15 сентябрҙә Өфө районының «Булгаков–Бекетов» автомобиль юлының 2-се километрында ике хәрби хеҙмәткәрҙең һәләк булыуына килтергән ғәҙәттән тыш хәл буйынса хәрби прокуратураға мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушты.

— Беҙгә хәрбиҙәрҙең һәләк булыуы ҡот осҡос тәртип боҙоу осраҡтары менән бәйле булыу тураһында сигналдар килә. Әгәр был шулай икән, был турала өндәшмәй ҡалырға ярамай, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты үҙ хакимиәтенең тейешле подразделениеларына ошо ябай булмаған хәлде тикшерергә, был эштең барышы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алырға, шулай уҡ һәләк булғандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә компенсациялар түләү барышын контролгә алырға ҡушты.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть