10 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 17:31

Ҡала һәм райондарҙа «Бергәләп таҙа йорт өсөн» экологик акцияһы үтте

автор: Светлана Ғәфүрова

20 сентябрҙә республика ҡалаларында һәм райондарында «Бергәләп таҙа йорт өсөн» экологик акцияһы башланды. Акцияны ойоштороусы – республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы.  

Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Шишмә ҡасабаһында парктар, скверҙар һәм рекреацион зоналар территориялары таҙартылды.

ГУП «Тәбиғәт" дәүләт унитар предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы Стәрлетамаҡ педакадемияһы уҡыусылары менән бергә Ленин проспекты буйлап сквер территорияһын йыйыштырҙы һәм төҙөкләндерҙе. Акцияла 30 студент ҡатнашты,  улар ике тоннанан ашыу сүп-сар йыйҙы.

25 сентябрҙә акция Өфөнөң Октябрь районында үтте. Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы, Өфөнөң 1-се педагогия колледжы, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы уҡыусылары һәм район халҡы «Башҡортостан» сауҙа үҙәге ҡаршыһындағы урман паркы зонаһын таҙартты. Сүп-сарҙы төрҙәре буйынса айырып йыйҙылар. 150-нән ашыу кеше 18 кубометрҙан артыҡ ҡалдыҡ йыйҙы. Өс сәғәт эсендә урман паркы зонаһы территорияһы күҙгә күренеп таҙарҙы!

Республика акцияһында бөтәһе 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Алты тоннанан ашыу ҡый йыйылды.

темалар: экология