3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 17:05

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған ял көндәрендә Өфөнөң 17 майҙансығында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Уларҙың береһе Йәштәр һарайы алдында йәйелдерелде, унда республиканың 30 районынан 198 автомашинала ауыл хужалығы етештереүселәре үҙ продукцияһын килтерҙе.  

Өфөнөң Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, продукттар — һуған, кишер, кәбеҫтә, картуф, алма — ҡала халҡына арзан хаҡ менән тәҡдим ителде. Йәшелсә һәм емештәрҙән тыш, хуш еҫле бал һатып алырға мөмкин булды, ә баҡсасылар өсөн үҫентеләр, орлоҡтар күп булды.  

Ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, иткә хаҡтар уҙған йыл менән сағыштырғанда артыҡ айырылманы. Мәҫәлән, бер йыл элек уның килограмы уртаса 140-180 һум торһа, быйыл иһә — 130-190 һум самаһы. Йәшелсәләр, әлбиттә, 2009 йылдағынан ҡиммәтерәк тора.

Өфөләр өсөн ауыл хужалығы йәрминкәләре — ҡышҡылыҡҡа запас туплау, ә ауыл халҡына үҙ продукцияһын һатыу мөмкинлеге. Көҙгө йәрминкәләр 31 октябрҙә тамамлана. 4 декабрҙән 26-һына тиклем традицион ҡышҡы ит йәрминкәләре үтәсәк.