4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 16:46

Рөстәм Хәмитов: «Республика халҡы ҡышты имен үткәрәсәгенә ышанырға тейеш»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Хөкүмәт ултырышында республика министрлыҡтары етәкселәре һәм муниципаль райондар башлыҡтары Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалығы һәм социаль өлкә объекттарының әҙерлеге тураһында хәбәр итте.

— Энергетика, коммуналь хужалыҡ объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса бөтә саралар тулы күләмдә башҡарылды, – тип хәбәр итте республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин.

24 сентябргә ҡарата йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса сараларҙы финанслауға 6,5 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә — 400 миллион һум, республиканың тупланма бюджет средстволары иҫәбенә — 6,1 миллиард һум. Бөгөн республика федераль бюджет средстволарын әүҙем үҙләштерә. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға быйыл 1 миллиард 142 миллион һум аҡса сарыф ителде. Авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереүгә 600 миллион һумға яҡын тотонолдо.

— Был һандар ҙур булып тойолһа ла, ысынында иһә беҙҙең республика өсөн ул күп түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.

Ултырышта федераль программа сараларын бойомға ашырыу сроктарын үтәүгә анализ яһалды.

Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының алдағы йылытыу миҙгеленә йөҙ процент әҙерлеге тураһында БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров менән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөфәр Мортазин хәбәр итте.

Рөстәм Хәмитов бөтә кимәлдәрҙәге етәкселәр алдына, республика халҡы ҡышҡы осорҙо бер ниндәй мажараһыҙ, имен-аман үткәрһен өсөн бөтәһен дә эшләргә, тигән бурыс ҡуйҙы.