Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Ауыл урамына яҙыусының исеме биреләсәк

Йәмғиәт

Билдәле башҡорт прозаигы, драматург, шағир, публицист Ибраһим Абдуллиндың тыуған ауылы Ереклелә уның тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған саралар үткәрелде. Унда БР Яҙыусылар союзы вәкилдәре ҡатнашты.

Дүрт роман, тиҫтәләгән повестар, бик күп хикәйәләр, новеллалар, публицистик мәҡәләләр, пьесалар,  утыҙҙан ашыу йыр тексы авторының вафат булыуына биш йыл үтеп китте.  

Үҙенең ижади ғүмерендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ибраһим Абдуллин башҡорт, рус, татар телдәрендә ҡырҡтан ашыу китап сығарҙы. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты булды.  

Башҡорт әҙәбиәтендә сағыу эҙ ҡалдырып, ул Шаран районының ғорурлығы, йәш әҙәбиәтселәр быуыны өсөн маяҡ булып тора.  

Яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн Шаран районы Советы Шаран ауылының “Төньяҡ” биҫтәһендәге яңы төҙөлгән урамға Ибраһим Абдуллиндың исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть