5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 14:55

Башҡортостан Бөтә донъя туризм көнөн билдәләй

автор: Дмитрий Слезин

27 сентябрҙә Бөтә донъя туризм көнө билдәләнә. Башҡортостан Туризм көнөн киң байрам итә. Республиканың күп ҡалаларында һәм райондарында туристик слеттар, фестивалдәр һәм байрамдар үтә, ә йыл әйләнәһенә урындарҙа туризм төрҙәре буйынса федерациялар, БР Туристик-спорт союзы, Башҡортостан Республикаһының Спорт саралары идаралығы, БР муниципаль берәмектәре ҡарамағындағы туризм буйынса подразделениелар һәм башҡа ойошмалар күп төрлө саралар ойоштора.  

Үҙенсәлекле тәбиғәте, күп төрлө тәбиғи ресурстары һәм юғары класлы шифаханалары менән Башҡортостанды хаҡлы рәүештә Көньяҡ Уралдың ынйыһы тип иҫәпләйҙәр.

Республикала эске туризмды үҫтереү өсөн инновацион эшкәртмәләр: «Башҡортостан Республикаһының туристик навигаторы» һәм «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» проекттары, федераль әһәмиәттәге «Башҡортостан» мегакластеры файҙаланыла. Эске туризмдың матди базаһы ла үҫешә. Бик күп яңы туристик маршруттар эшкәртелә, уларға Рәсәйҙән генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә туристар килә.

Быйыл Бөрйән районында туристар туҡталҡалары асыу һәм сафҡа индереү, уҡыусылар араһында йәйәүлеләр туризмы һәм “Хәүефһеҙлек мәктәбе” буйынса 60-сы юбилей Республика ярыштары үткәреү, «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары-2010» Х Төбәк-ара махсус күргәҙмәһе, Башҡортостан альпинистарының Эльбрусҡа һәм Еңеү пигына үрмәләүе, туризм өлкәһендәге эшкәртмәләр буйынса тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Гессен (Германия) Ере вәкилдәре менән осрашыу, «Уральская пятерка» туристик-спорт проектын бойомға ашырыу төбәктең туризм тармағында мөһим ваҡиғалар булып торҙо.

темалар: туризм