5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 13:49

Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы гектарынан 74 центнерҙан ашмай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республика аграрийҙарына ике техник культураны – шәкәр сөгөлдөрөн һәм көнбағышты йыйып алырға ҡалды. Ҡоролоҡ арҡаһында ҡалған наҡыҫ ҡына уңыш йыйып алынды ла инде.  

— Шәрбәт тамыраҙыҡтар планлаштырылған майҙандың 9 процентынан ҡаҙып алынды, — тине БР Ауыл хужалығы министрлығының прогрессив үҫемлекселек технологиялары бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев. — Ләкин уңыш ауыл халҡын ҡыуандырмай. Һәр гектарҙан бөгөн ни бары 74 центнер шәкәр сөгөлдөрө алабыҙ. Сағыштырыу өсөн — былтыр хатта ҡоролоҡто иҫәпкә алып гектарынан 219 центнер уңыш йыйып алғайныҡ.

Башҡортостанда был техник культура бөтәһе 68 мең гектар майҙанда сәселгәйне. Быйылғы эҫе ҡоро йәйҙә сәсеүлектәрҙең һәләк булыуын иҫәпкә алып, 41571 гектар ерҙән генә уңыш йыйырға ҡалды. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 26213 тонна тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Белгестәр күҙаллауынса, был культуранан уңыш 450 мең тонна самаһы тәшкил итәсәк.