4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 12:12

«Тамға-2010» күргәҙмәһе сиктәрендә «Реклама индустрияһы хеҙмәте баҙары» түңәрәк өҫтәле

автор: Любовь Колоколова

30 сентябрҙә «Тамға-2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» күргәҙмәһе сиктәрендә «Реклама индустрияһы хеҙмәте баҙары» түңәрәк өҫтәле үткәрелә.

Сараны ойоштороусылар — Өфө маркетологтар клубы, РУФ реклама берләшмәһе сайты, «MY-MARKET» маркетинг агентлығы, Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Түңәрәк өҫтәлгә Өфө Маркетологтар клубының маркетинг, реклама һәм PR буйынса белгестәре, кадрҙар агентлыҡтары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар саҡырыла.

Программала — «Маркетинг, реклама һәм PR буйынса белгестәрҙең эш хаҡы» мониторингы йомғаҡтарын күрһәтеү, реклама индустрияһында «табыш – квалификация» бүлегендә хеҙмәт баҙары тирәләй хәлде тикшереү, «реклама биреүсе – киң мәғлүмәт саралары» мөнәсәбәттәренең төп проблемаларын тикшереү, Өфөлә һәм тотош республикала реклама тармағын үҫтереүҙә «тар урындарҙы» билдәләү.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса тармаҡтағы белгестәрҙең уртаса баҙар эш хаҡы хәбәр ителәсәк, реклама өлкәһендә хеҙмәт баҙарын үҫтереү юлдары билдәләнәсәк.  

Сара Конгресс-холда Бәләкәй залда 15 сәғәттә башлана.