3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 10:14

Стәрлетамаҡ заводы конвейерынан тәүге синтетик каучук брикеты сығыуға 40 йыл

автор: Әнисә Абдуллина

Башҡортостан изопрен каучугының тыуған көнө булып 1970 йылдың 28 сентябре иҫәпләнә, ул саҡта Стәрлетамаҡ заводы конвейерынан тәүге синтетик продукция брикеты сыҡты. Шул ваҡыттан алып дүрт миллион алты йөҙ мең тонна самаһы продукция етештерелде.

Ҡырҡ йыл Стәрлетамаҡ изопрен каучугы Рәсәй, шулай уҡ сит ил баҙарында киң талап менән файҙалана: компания продукцияһы тиҫтәләгән донъя һәм БДБ илдәренә сығарыла. Был йылдар эсендә предприятие ҙур һәм ҡатмарлы юл үтте, бай тәжрибә тупланы, данлыҡлы традициялар барлыҡҡа килде, киң үҙгәртеп ҡороуҙар башҡарылды.  

Дүрт тиҫтә йыл каучук эшләүселәр иң яҡшы продукция етештереүсе һәм ышаныслы партнер маркаһын тотоп килә. Коллективтың хеҙмәт ҡаҙаныштары «Иң яҡшы каучуктар, резинотехник материалдар һәм уларҙан изделиелар», «Рәсәйҙең йөҙ иң яҡшы тауары», «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» кеүек халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстары дипломдары менән билдәләнгән. Халыҡ-ара сифат менеджменты системаһы сертификатын алыу ышаныслы партнер репутацияһын тағы ла нығытты. 2009 йылда «Синтез-Каучук» сифат өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты наградаһына лайыҡ булды.

Бөгөн «Синтез-Каучук» акционерҙар компанияһы ҡала өсөн дә, шулай уҡ республика өсөн дә айырым статусҡа эйә, ул үҫешә, продукцияға талап арта бара. Был Рәсәйҙә шина сәнәғәтендә, резинотехник, медицина изделиелары, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн продукция етештереүҙә ҡулланылған СКИ-5 маркалы неодим полиизопрен каучук етештереүсе берҙән-бер предприятие.

темалар: сәнәғәт