3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 9:04

Өфөгә Рәсәй милицияһының ҡул һуғышы оҫталары йыйыла

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Өфөнөң «Динамо» стадионында Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса шәхси-команда чемпионаты башлана.

Ярыштарҙа Эске эштәр министрлығының, Ҡала эске эштәр идаралығының, Эске эштәр идаралығының, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының 20 белем биреү учреждениеһының йыйылма командалары ҡатнаша. Йәмғеһе 660 ҡатнашыусы, шул иҫәптән 219 спорт мастеры һәм 276 спорт мастерлығына кандидат.

Ярыштарҙы асыу тантанаһы 16 сәғәткә билдәләнгән.

темалар: анонс