10 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2010 йыл, 9:37

Салауатта 400 самаһы кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашасаҡ

автор: Гөлназ Исхаҡова

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға Салауат ҡалаһы 230 мең бланк (хаталарҙы һәм ҡабаттан тултырыу мөмкинлеген иҫәпкә алып) алды. Анкеталар менән бергә Салауатҡа халыҡ иҫәбен алыусының атрибуттары ла бирелде. Дөйөм алғанда йәниҫәптә 371 халыҡ иҫәбен алыусы ҡатнашасаҡ.

Салауатта был эшкә кандидаттар һайлап алғанда конкурс ярайһы юғары булған: бер урынға биш кеше. Эшләй башлаған салауатлыларға өҫтөнлөк бирелгән. Был юлы йәниҫәпселәр сифатында күберәк ир-егеттәр эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр халыҡ иҫәбен алыу штабынан.