5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 17:59

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә структура үҙгәрештәре

автор: Сергей Захаров

Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән президент хакимиәте структураһына етди үҙгәрештәр индерҙе.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Указға ярашлы БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, БР Президенты Секретариаты, БР Президентының Эштәр идаралығы, Эске сәйәсәт идаралығы, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы, Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы ойошторолдо.

Шулай уҡ БР Президенты Секретариаты начальнигы һәм төбәк башлығының матбуғат секретары вазифалары индерелде.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән һөҙөмтәле эшләүҙе ойоштороу, ойошмалар хаттарын кисекмәҫтән ҡарау Граждандар һәм ойошмалар мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса яңы идаралыҡҡа йөкмәтелде. Уның составына БР Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшен ойоштороу буйынса бүлек инде.  

Башҡортостандың  Ведомство-ара йәмәғәт именлеге Советы Аппараты структураһында ла үҙгәрештәр булды. Уның составында: терроризмға һәм наркоманияға ҡаршы эшмәкәрлекте яраштырыу буйынса бүлек, административ органдарҙың эшенә анализ яһау бүлеге һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек.

Президент Указы менән айырым структура подразделениелары һәм вазифалар бөтөрөлдө, башҡа ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.