7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2010 йыл, 17:18

Өфө һыуҙы экономиялай башланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә һыуҙы ҡулланыу быйыл былтырғы менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмене. Был турала Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы Андрей Федосов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, әгәр былтыр ҡалала тәүлегенә бер кешегә сағыштырмаса һыу ҡулланыу 308 литр тәшкил итһә, хәҙер ул 287 литрға тиклем кәмене. Бындай экономияға ресурстар ҡулланыуҙы кәметеү буйынса саралар иҫәбенә өлгәшелде. Өфөнөң ҡайһы бер коммуналь хужалыҡ предприятиелары энергия ресурстарын һаҡлау буйынса саралар барышында йыл башынан алып миллион ярым һумдан ашыу экономияланы.  

Андрей Федосов шулай уҡ ҡаланы яңы йылытыу миҙгеленә әҙерләү тураһында ла һөйләне. Дөйөм алғанда, ҡышҡылыҡҡа Өфөлә 37 меңдән ашыу торлаҡ йортто һәм дөйөм ятаҡты, 670 һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениеһын, балалар йорттарын һәм баҡсаларын әҙерләргә кәрәк.  

21 сентябрҙә ҡайһы бер медицина учреждениеларына һәм балалар баҡсаларына йылы бирелде. Ҡалған объекттар үҙ сиратын көтә. Тәүгеләрҙән булып, Андрей Федосов әйтеүенсә, мәктәпкәсә балалар һәм дауалау-профилактика учреждениелары, һуңынан башҡа уҡыу йорттары, торлаҡ фонды һәм предприятиелар йылы аласаҡ.