4 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 14:08

Бөгөн Өфөлә "Оҫталар йәйғоро" асылды

автор: Сергей Захаров

24 -26 сентябрҙә Өфөнөң «Радуга-Экспо» сауҙа-күргәҙмә комплексында интерьер өсөн авторлыҡ аксессуарҙарына арналған «Оҫталар йәйғоро» фестивале үтә.

Программала — интерьер өсөн авторлыҡ аксессуарҙары күргәҙмәһе һәм мастер-кластар. Һуңғыһында ҡатнашыусылар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.

Фестиваль сиктәрендә ҡоштар өсөн иң яҡшы биҙәлгән тағараҡтар конкурсы ла үткәреләсәк.

«Оҫталар йәйғоро» 24 сентябрҙә 14 сәғәттә асылды.  

темалар: күргәҙмәләр