8 декабрь, Кесе йома

24 сентябрь 2010 йыл, 14:00

Ҡоролоҡ Башҡортостанда игенде етерлек күләмдә йыйырға мөмкинлек бирмәне

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылда ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостанда 870 мең тонна иген йыйып алынасаҡ. Был ғәҙәттәгенән 3,6 тапҡырға кәмерәк. Был турала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин әйтте. Көнбағыш уңышы күп йылдар дауамындағы күрһәткестәрҙән — 2,6 тапҡырға, шәкәр сөгөлдөрө 2,3 тапҡырға түбәнерәк.

Министр әйтеүенсә, республика баҫыуҙарында мал аҙығы ике тапҡырға кәмерәк әҙерләнгән, был  бөгөн үк ит һәм һөт етештереү күләмендә, шулай уҡ мал иҫәбендә сағыла. Ҡоролоҡтан тыш, хаҡтар артыуына юғары өҫтәмә хаҡтар билдәләгән сауҙа ла кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, крәҫтиәндәр ҡарабойҙайҙы ике тапҡырға арзаныраҡҡа һатһа ла, сауҙала уның килограмы 50 һумдан артып китә.    

Ауыл хужалығы продукцияһына ажиотажды һәм хаҡтар артыуын туҡтатыу өсөн республикала бер нисә принципиаль сара күрелә. Башҡортостан аграрийҙарына ярҙам итер өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар мониторингын ойоштороу буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла, БР-ҙың ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеларында 516 мең тонна иген һаҡлана. Бынан тыш, республика ҡалаларында аҙыҡ-түлек менән бәйле хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында, игендең биш айлыҡ оператив страховка запасы булдырылған.