11 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 13:35

Владимир Балабанов: Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуына яһалма ажиотаж булышлыҡ итте

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы күҙәтелә. Быны аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә БР иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов раҫланы. Уның һүҙҙәренсә, йыл башынан алып аҙыҡ-түлеккә хаҡтар республикала һигеҙ процентҡа артҡан.  Атап әйткәндә, ҡарабойҙайға, картуфҡа, он һәм һөткә хаҡтар күтәрелгән.    

— Бындай хәл иң тәүҙә аҙ тәьмин ителгән граждандарға ныҡ һиҙелә, — ти министр.  – Тауарға өҫтәлгән хаҡтың 100 проценттан артыуы был хәлде тағы ҡатмарлаштыра. Хатар артыуының сәбәптәре араһында етештереү сығымдарын һәм ҡоролоҡто атайҙар. Әммә ысынбарлыҡта быларҙың береһе лә хаҡтар сәйәсәтен аҡламай.  Барыһына ла коммерция предприятиеларының үҙ-ара һүҙ ҡуйышыуы һәм яһалма рәүештә тыуҙырылған ажиотаж ғәйепле. Бынан тыш, республика халҡының күп өлөшө хаҡтарҙың артабан артыуын көтә.  

Туҡланыу продукттарына хаҡтар артыуының тағы бер мөһим сәбәбе тип Владимир Балабанов аграр сектор менән идара итеүҙең һөҙөмтәле булмауын билдәләне.