10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 13:12

Рөстәм Хәмитов "Мотор" предприятиеһына бара

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Мотор” фәнни-производство предприятиеһына бара.

Төбәк башлығы предприятие етәкселеге менән “Мотор” фәнни-производство предприятиеһының авиадвигателдәр эшләү өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен, инновацион технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

“Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство цехтары менән танышыу барышында Рөстәм Хәмитов завод продукцияһын ҡараясаҡ, авиация двигателдәрен эшләү технологияһы менән танышасаҡ, уҡыу-техник үҙәгендә буласаҡ, тип хәбәр итә республика Президентының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты