Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

БР Мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусылар өсөн сираттағы интернет-педсовет үткәрә

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институты башланғысы менән әҙерләнгән интернет-педсовет дүшәмбе, 27 сентябрҙә, асыласаҡ. Сираттағы виртуаль форум уҡытыусыларҙың һәм мәғариф йәмәғәтселегенең иғтибарын уҡытыусылар — һөнәри конкурстар еңеүселәренең алдынғы тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу перспективаларына һәм проблемаларына йүнәлтә.  Педсоветты ойоштороусылар әйтеүенсә, был тема көнүҙәк һәм кәрәкле, сөнки тармаҡҡа яңылыҡтарҙы индереү аныҡ кешенән – уҡытыусынан, уның профессиональ потенциалынан тора.

Интернет-педсоветта ҡатнашыу өсөн http://irorb.ru/ адресы буйынса Мәғарифты үҫтереү институты сайтында теркәлергә кәрәк.

Форум теүәл бер аҙнанан, 4 октябрҙә, тамамланасаҡ.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть