5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 17:45

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре халыҡ-ара экологик акцияла ҡатнашты

автор: Светлана Ғәфүрова

Кисә Өфөнөң Киров районындағы 35-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәрбиәселәр, ата-әсәләре, өләсәләре оҙатыуында «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы алдындағы паркта 10 ҙур ҡап менән көнкүреш сүп-сарын йыйҙы.  

Мәктәпкәсә йәштәге балалар ошо рәүешле халыҡ-ара экологик акцияға ҡушылып, Рәсәйҙән иң йәш ҡатнашыусылар булды. Был проект республикала ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комитеты һәм Life-Link ойошмаһы яҡлауы аҫтында үткәрелә.

Акция йомғаҡтары буйынса БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов йәш экологтарға дипломдар тапшырҙы. Уның фекеренсә, бындай саралар ҡатнашыусылар өсөн тәрбиәүи сара ғына түгел, ә Өфө парктарын һәм башҡа төрлө рекреацион зоналарын сүп-сарға әйләндерергә ҡамасауламаған ололар һәм коммуналь хеҙмәттәргә үҙенә күрә шелтә лә.  

темалар: экология