10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 12:15

Башҡортостанда икмәккә һәм башҡа төрлө аҙыҡ-түлеккә хаҡтар БР Президенты контролендә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Уфамолагропром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә («Вимм-биль-Данн» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы) һөткә хаҡтар артыуына эшкәртелмәгән һөткә бығаса күҙәтелмәгәнсә хаҡтар артыуы булышлыҡ иткән. Был турала предприятиеның төбәк директоры Константин Голиков төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыуын туҡтатыу мәсьәләләре буйынса БР Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә белдерҙе. Уның әйтеүенсә, компанияның сығымдары күп, улар арҡаһында рентабеллек төшә.

«Восход» Өфө икмәк берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә хаҡтарҙы арттырмаҫҡа тырышалар. Предприятиеның баш идарасыһы Вячеслав Оточиндың әйтеүенсә, берекмә ике социаль сорттағы икмәк бешерә. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов икмәккә хаҡ менән бәйле хәл-ваҡиғаларҙы ҡаты контролдә тоторға кәрәклеге тураһында белдерҙе.

«1-се Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Василий Стрельчуктың билдәләүенсә, уларға игенде башҡа төбәктәрҙән һатып алырға тура килә. Был нигеҙҙә аралашсылар аша башҡарыла һәм артыҡ матди сығымдарға килтерә. Шулай уҡ Стрельчук ондоң килограмын ун һумдан һатырға әҙер булыуын белдерҙе.