7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2010 йыл, 10:48

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле башлана

автор: Сергей Захаров

25-26 сентябрҙә Өфөнөң 17 майҙанында традицион көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре ойоштороласаҡ.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Хакимиәтенең Мәғлүмәт һәм гуманитар сәйәсәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалаға Башҡортостандың ҡырҡ төбәгенән ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр киләсәк. Ылау 1300-ҙән ашыу йөк машинаһынан торасаҡ.  

Йәрминкәлә киң ассортиментта ит-һөт продукттары, картуф, йәшелсәләр, бал, он, ярма һәм кондитер изделиелары тәҡдим ителәсәк.

Дим районында сауҙа «Алтын» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда йәйелдереләсәк (Хәҡиҡәт урамы, 21).

Калинин районында ҡунаҡтарҙы «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы янындағы майҙанда көтәләр (Интернациональ урамы, 139);  

— 15-се магазин алдындағы майҙанда (Баландин бульвары, Инорс биҫтәһе);

— «Беренсе ауыл хужалығы йәрминкәһе»ндә ( «Юлдаш» экологик агромаркеты, Өфө-Шакша юлының 3-сө километры);

— «Шакша» сауҙа комплексы янындағы майҙанда;

— «Йәшел» сауҙа комплексы янындағы майҙанда (Глинка урамы, 2).

Киров районы элекке «Аврора» кинотеатры (Эшсе хәбәрселәр урамы, 7) алдындағы майҙанға саҡыра.

Ленин районында аҙыҡ-түлек тейәгән йөк машиналары —Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда ( Киров урамы, 1);

— «Заречный» сауҙа комплексы биләмәһендә урынлашасаҡ.

Орджоникидзе районында аҙыҡ-түлек түбәндәге майҙандарҙа һатыласаҡ:

— Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда (Космонавтар урамы, 15);

— Еңеү урамында (Ҡулса һәм Калинин урамдары араһында);

— Тыныслыҡ һәм Яңы Черкассы урамдары киҫелешендә;

— «Лопатино» сауҙа-сервис комплексы янында (Вологда урамы, 107);

— «Тирәктәр» сауҙа комплексы янындағы майҙанда (Коммунарҙар урамы, 59).

Октябрь районында сауҙа итеү урындары:

— Спорт һарайы алдындағы майҙан, ( Р.Зорге урамы, 41);

— «Зинин» сауҙа-йәрминкә комплексы.

Совет районында ауылдан килгән ылауҙар Йәштәр мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙандан урын аласаҡ (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21).