5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 10:22

Йәш лидерҙар Өфөлә осраша

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә йәштәрҙең Республика профсоюз форумы үтәсәк. Был сара республиканың баш ҡалаһында дүртенсе тапҡыр ойошторола.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәрҙең профактивын туплау, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ булдырыу, йәштәргә профсоюз эше менән танышырға мөмкинлек биреү — форумдың төп маҡсаты.

Форум сиктәрендә команда ойоштороу һәм туплау, профсоюздарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге, коллектив килешеүҙәр һәм һөйләшеүҙәр алып барыу методикаһы һәм практикаһы буйынса тренингылар үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ форум асылған көндә «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу үҙәге алдындағы майҙанда йәштәрҙең «PROFдвижение» акцияһы һәм «Спутник-FM» радиостанцияһы менән берлектә  радиоэфирҙа интерактив акция үткәреләсәк.

Форумды асыу тантанаһы 24 сентябрҙә 15.00-дә Профсоздар йорто алдындағы майҙанда башлана. Унан һуң ҡатнашыусылар «Восход» ял базаһына юлланасаҡ, унда өс көн дауамында форумдың төп эше үтәсәк. Форум эшенә йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү 26 сентябргә билдәләнгән.