4 декабрь, Йәкшәмбе

24 сентябрь 2010 йыл, 10:07

«Красноусол» лагеры Бөтә Рәсәй форумы Гран-прийын яуланы

автор: Эльмира Сабирова

Ғафури районының «Красноусол» лагеры иң юғары награда – Бөтә Рәсәй балаларҙың һәм йәштәрҙең йәйге ялын һәм сәләмәтләндереүҙе ойоштороусылар форумының Гран-прийын яуланы. Был турала БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Ғилметдинова хәбәр итте.

— Анапала үткән форумда Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәге вәкилдәре балаларҙың ялы һәм уларҙы сәләмәтләндереү өлкәһендә үҙ эш тәжрибәһен күрһәтеү, семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм фәнни-методик материалдар конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге алды, — ти Мәрүә Ғилметдинова. — Башҡортостан 13 кешенән торған делегация ебәрҙе.

Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы билдәләүенсә, Миәкә, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Благовещен райондарының ҡаланан ситтәге лагерҙар директорҙары үҙ программаларын тәҡдим итте.

— Был үҙәктәрҙең һәр береһенең үҙ эш йүнәлеше, — тине ул. – Берәүҙәр профилле сменала махсуслаша, икенселәр белем биреүгә өҫтөнлөк бирә. Барыһы ла үҙенсә ҡыҙыҡлы һәм уникаль. Беҙҙең делегация тәҡдим иткән проекттар видеоматериалдар менән оҙатылды. Иң мөһиме, беҙ форумда берҙәм команда булып сығыш яһаныҡ.

Форум йомғаҡтары буйынса Гран-принан тыш, Башҡортостан делегацияһы төрлө дәрәжәләге дипломдар алып ҡайтты.