9 декабрь, Йома

24 сентябрь 2010 йыл, 9:01

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте етәкселегендә үҙгәрештәр

автор: "Башинформ"

23 сентябрҙә Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы Советының ултырышы үтте, унда ҡала хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.

Валерий Федоров икенсе эшкә күсеү сәбәпле район хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды.

Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Совет депутаттары Олег Крысинға йөкмәтте.

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ул ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса район Советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлағанға тиклем башҡарасаҡ.

Совет ултырышында Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.