5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 16:56

Алғы быяланың ҡара булғаны өсөн 500 һум түләргә тура киләсәк

автор: Ольга Мортазина

Алғы быялаһын ҡарайтырға яратыусыларға бөгөнгө көндән штраф һалына башлай: уларға кеҫәһен 500 һумға “бушатырға” тура киләсәк. Алғы быяланың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.  

Бөгөнгө көндән РФ Административ кодексының 12,5 статьяһына индерелгән үҙгәртеү көсөнә инә. Техник регламентҡа ярашлы, алғы ишектәрҙәге быялаларҙың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге — 70 проценттан, автомобилдең башҡа “тәҙрәләренеке”  60 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Бынан тыш, йылылыҡ йотоусы алғы быялалар аҡ, һары, ҡыҙыл, йәшел һәм күк төҫтәрҙе боҙоп күрһәтергә тейеш түгел. Был күрһәткестәрҙең барыһы ла техник тикшереү үткәндә махсус приборҙар ярҙамында билдәләнәсәк.  

— Автоинспекторҙар байтаҡ юл-транспорт фажиғәләренә ҡара быялалар арҡаһында күреү мөмкинлегенең насарайыуы сәбәпсе икәнен әллә ҡасандан бирле әйтеп килә, — тип индерелгән яңылыҡҡа аңлатма бирә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте.  —  Күреү һәләте бигерәк тә тәүлектең ҡараңғы осоронда һәм насар һауа шарттарында боҙола. Шул уҡ мәлдә водителдәрҙең күбеһе был проблеманы күрергә теләмәй — беҙгә закон аша эш итергә тура килә.

темалар: автомобилдәр