9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2010 йыл, 17:37

Йәш ғалимдар өсөн БР гранттарына дәғүә итеүгә ғилми эштәр конкурсы иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

Мәғариф министрлығы һәм республиканың Фәндәр академияһы 2010 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы гранттарына дәғүә итеүгә йәш ғалимдарҙың һәм йәштәр ғилми коллективтарының ғилми эштәре конкурсын иғлан итә.

Унда 35 йәшкә тиклемге ғилми хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, белгестәр, аспиранттар, докторанттар һәм төбәк биләмәһендә урынлашҡан, ғилми тикшеренеүҙәр менән әүҙем шөғөлләнгән ғилми учреждениеларҙың, профессиональ белем биреү учреждениелары һәм ойошмаларҙың йәштәрҙән торған коллективтары (биш кешегә тиклем) ҡатнаша ала.

Эштәрҙе конкурсҡа БР Фәндәр академияһы, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, фәнни ойошмалар, профессиональ белем биреү буйынса дәүләт учреждениелары тәҡдим итә ала.

Эштәр ағымдағы йылдың 1 октябренән 1 декабренә тиклем ҡабул ителә.

Конкурс шарттары һәм өҫтәмә мәғлүмәт менән БР Мәғариф министрлығының http://www.morb.ru/ сайтында йәки Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы Төбәк бүлексәһе сайтында http://bash.rosmu.ru/ танышырға мөмкин.