10 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 16:07

Земфира алдынғы таблоидтарҙың береһе менән судлаша

автор: Ольга Мортазина

Йырсы хәбәрҙе суд аша кире ҡағыуҙарын талап итте: алдынғы таблоидтарҙың береһе беренсе биттә йырсының сығыш яһағандан һуң дуҫтары компанияһында йәшермәйенсә кокаин ҡулланыуы тураһында хәбәр иткән яҙманы баҫтырған, тип хәбәр итә «Дни.ру» интернет-гәзите. Бынан тыш, таблоид селтәрҙәге үҙенең порталына был кисәнең видеоһын да урынлаштырған. «Видеоға төшөрөү алыҫ аранан алып барылған, яҙма аныҡ түгел, һүрәт ҡаралы-аҡлы, — тип аңлатма бирә йырсының пресс-атташеһы  Юрий Донцов. — Нимә барғанын аңлауы мөмкин түгел, әммә мәҡәләлә, Земфира кокаин ҡуллана, тип яҙылған».

2007 йылда йырсы был баҫма менән судлашҡайны инде һәм еңеп сыҡты — таблоид зыян күреүсегә 100 мең һум түләне һәм ғәфү үтенде.

темалар: ваҡиғалар