Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

«Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостаным!» - Мәләүездә ижади йәштәрҙең республика фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Ижади йәштәр һәм студенттарҙың «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостаным!» республика фестивале йома көндө, 24 сентябрҙә, Мәләүездең Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Һәләтле йәштәрҙе асыҡлап, уларға ярҙам итеү, һәләтен күрһәтергә, эштәре менән таныштырырға мөмкинлек биреү, тиҫтерҙәре менән аралашыу, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңы нәмә асыу – был форумдың төп идеяһы.

Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара университетының Мәләүездәге филиалы директорының уҡыу һәм инновацион эштәр буйынса урынбаҫары, фестивалдең ойоштороу комитеты ағзаһы Ольга Антонованың әйтеүенсә, унда ҡатнашыу – йәштәр өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә ул.

— Беҙ бөтә республиканан 2500 мең заявка алдыҡ, — ти ул. – Мәктәп уҡыусылары ла, урта һөнәри белем биреү учреждениелары менән юғары уҡыу йорттары студенттары ла әүҙемлек күрһәтте.

Еңеүселәр ете йүнәлеш буйынса билдәләнәсәк – ижади эштәр, плакаттар, фотоһүрәттәр, видеоклиптар, ғилми-тикшеренеү эштәре, әҙәби конкурстар һәм башҡорт кухняһының иң яҡшы ризығына конкурс.

Иң ҡыҙыҡлы проекттар дипломдар, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар биреләсәк, иң яҡшы эштәр махсус йыйынтыҡта донъя күрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть