5 декабрь, Дүшәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 15:22

Беренсе синыф уҡыусылары өсөн башҡорт китаптары

автор: Әлим Фәйезов

«Инеш» нәшриәте беренсе синыф уҡыусылары өсөн донъя балалар әҙәбиәте классикаһынан башҡорт теленә тәржемәләр менән ете китаптан торған комплект сығарҙы. Йомшаҡ тышлы китаптар 12-24 биттән тора.

Был комплект «Инеш» нәшриәте сығарырға планлаштырған “Донъя әҙәбиәте хазиналары” серияһында беренсе булып тора. Киләсәктә, ошо серия сиктәрендә, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм 2–4-се синыф уҡыусылары өсөн башҡорт телендә китаптар комплекттары нәшер ителәсәк.

Комплект БР Мәғариф министрлығы тарафынан республика балалар баҡсаларының өлкәндәр төркөмөндә, урта мәктәптәрҙең башланғыс синыфтарында башҡорт телен өйрәнгәндә материал сифатында файҙаланыу һәм өйҙә уҡыу өсөн тәҡдим ителә.  

Бөтә китаптар балалар әҙәбиәте нәшер итеү өсөн ҡабул ителгән ГОСТ һәм ОСТ нормаларына тап килә.