Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Россельхозбанк ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн кредиттар буйынса процент ставкаларын кәметә

Иҡтисад

«Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Идараһы 22 сентябрҙә юридик шәхестәргә бирелеүсе кредиттар буйынса процент ставкаларын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Кредит учреждениеһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар "агросәнәғәт комплексын финанслау буйынса бурыстарҙы үтәү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең финанс тотороҡлоғон күтәреү маҡсатында " ҡабул ителгән.

90 көнгә тиклем араға бирелгән ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар буйынса процент ставкаларын — йылына 13-13,5 проценттан 9 процентҡа; 91 — 180 көнгә бирелеүсе кредиттар буйынса – 13,5 проценттан 11 процентҡа; 181 көндән 1 йылға тиклем бирелеүсе кредиттар буйынса процент ставкаларын йылына 13,75-14 проценттан 12 процентҡа тиклем кәметергә ҡарар ителгән.

Бынан тыш, Россельхозбанк менән ауыл хужалығы өсөн йәш малдар һатып алыуға (уларҙы залогҡа һалып), малсылыҡ комплекстары төҙөлөшө, реконструкцияһы һәм уларҙы модернизациялау буйынса инвестицион проекттарҙы өҫтәп финанслауға, шулай уҡ “2009-2011 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаиләнең һөтлө малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы тармаҡ программаһы сиктәрендә бирелгән кредиттар буйынса кредит ставкалары ла бер пунктҡа төшөрөлгән.

Банктан аңлатыуҙарынса, процент ставкаларын кәметеү тураһындағы ҡарар норматив документтарға тейешле үҙгәрештәр индерелгәндән һуң ғәмәлгә инәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть