10 декабрь, Шәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 14:34

Аҙ ҡатлы төҙөлөш үҫтереләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Аҙ ҡатлы төҙөлөш көрсөк осоронда Башҡортостанда төҙөлгән торлаҡ күләмдәрен һаҡларға ярҙам итте. Был турала «Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттар төҙөү тәжрибәһе. Проблемалар һәм үҫтереү юлдары» ғилми-ғәмәли конференцияһында Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов телгә алды. Сара Өфөлә «Урал төҙөлөш индустрияһы-2010» ХХ Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе сиктәрендә үтте.  

— Республика Хөкүмәте аҙ ҡатлы төҙөлөштө ойоштороу тәжрибәһен төбәктең бөтә биләмәһендә таратырға планлаштыра, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мәхмүтов. — Был аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштерергә булышлыҡ итәсәк, ә ул Башҡортостанда халыҡтың көнкүрешен, социаль һәм иҡтисади тотороҡлолоҡто яҡшыртыуҙа ыңғай сағыласаҡ.

Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү тәжрибәһе менән «БР аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Виталий Ҡадиров уртаҡлашты:

— Төҙөлөштә беҙ 14 төрлө технология ҡулландыҡ. Әлбиттә, улар араһында һәр яҡлап идеаль булғандары юҡ. Шулай ҙа газосиликат блоктары яҡшы булыуы танылды. Был блоктар тауышты үткәрмәй һәм янмай. Улар йылы ла тота. Шулай уҡ керамоблокты ла яҡшы төҙөлөш материалы тип иҫәпләргә мөмкин.

Көнүҙәк темаларға докладтар менән республиканың төҙөлөш ойошмалары етәкселәре һәм сит ил ҡунаҡтары сығыш яһаны.

Бөгөн «Урал төҙөлөш индустрияһы-2010» күргәҙмәһе сиктәрендә шулай уҡ «Төҙөлөштә административ барьерҙар һәм уларҙы бөтөрөү» төбәк-ара ғәмәли семинары үтәсәк.