Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың 70-тән ашыу аграр предприятиеһы «Алтын көҙ-2010»да ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында «Алтын көҙ — 2010» XII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенә әүҙем әҙерлек бара. Ул Мәскәүҙә 1 октябрҙән 11-енә тиклем барасаҡ.

Агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуға республиканың 70-тән ашыу агросәнәғәт комплексы предприятиеһы заявка бирҙе лә инде. Улар араһында – «Бәләбәй һөт комбинаты», «Ҡарламан шәкәре», «Башспирт», «Алексеевка» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Серебряный снег», «Забарив-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм башҡалар.  

Башҡортостандан баш ҡалаға киң ассортиментта юғары сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы: йәшелсә, емеш, кондитер һәм икмәк-булка изделиелары, һуттар, алкоголһеҙ эсемлектәр, һөт продукцияһы алып китәсәктәр.

Башҡортостандың тауар етештереүселәре күргәҙмәнең 13 конкурсында ҡатнашырға планлаштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть