Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү проблемаларын тикшерәсәктәр

Йәмғиәт

Башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары етәкселәренең һәм эш биреүселәрҙең республика кәңәшмәһе йома көнө, 24 сентябрҙә, Стәрлетамаҡ педагогия колледжы базаһында үткәрелә. Бында башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларының уҙған уыҡу йылындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тикшереләсәк, 2010-2011 йылдарға профессиональ белем биреүҙе үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнәсәк.  

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу йорттарының һәм эш биреүселәрҙең яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү өсөн шарттар булдырыу буйынса берлектәге эшмәкәрлеге, талап ителгән кадрҙар әҙерләүҙә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында эшлекле һөйләшеү алып барыласаҡ. Шулай уҡ уҡыу учреждениелары менән бәләкәй бизнестың партнерлыҡ перспективалары ҡараласаҡ. Форум аҙағында Башкортостанда профессиональ белем биреүҙе һөҙөмтәле модернизациялауға йүнәлтелгән тәғәйен тәҡдимдәр ҡабул итеү планлаштырыла.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть