9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2010 йыл, 12:04

Йыл башынан алып 570 мең тоннанан ашыу һөт һауылған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл йыл башынан алып Башҡортостанда тулайым һауым 570600 тонна тәшкил итә. Һәр һыйырҙан уртаса 2911-шәр килограмм һөт һауып алынған.

Стәрлетамаҡ районы – алдынғыларҙың береһе. Бында 21 сентябргә ҡарата 31684 тонна һөт һауылған. Һәр һыйырҙан һауым – 3921 килограмм, был былтырғы кимәлдән 159 килограмға күберәк.

Шулай уҡ Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарында һөҙөмтәләр юғары. Бында 25367 һәм 24263 тонна һөт һауып алғандар. Уларҙан ҡала Ауырғазы районы килә, унда дөйөм һауым 21343 тонна тәшкил итә.

темалар: ауыл хужалығы