Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30-сы ултырышы башланды

Сәйәсәт

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30-сы ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә – 44 мәсьәлә, улар иҫәбендә 28 республика закон проектын ҡарау, ете мировой судья һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер парламент ҡарарҙары ҡабул итеү. 2010 йыл республика бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһында закон ҡабул итеү көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть