4 декабрь, Йәкшәмбе

23 сентябрь 2010 йыл, 11:08

Мәскәү йәштәрен "Инновацион Башҡортостан" проекты менән таныштырҙылар

автор: Азат Ғәфүров, Әлим Фәйезов | фото: Азат Ғәфүров

Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең йыйылыштар залында «Башҡортостан Республикаһында IT-модернизация һәм төбәктә мәғлүмәт инфраструктураһын үҫтереүҙә йәштәрҙең роле» темаһына йәштәр конференцияһы үтте. Осрашыуҙы «САП» компанияһы ойошторҙо. Компания вәкилдәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡаланың йәштәр берләшмәһе менән осрашыу зарурлығы Башҡортостан Республикаһы, төбәккә яңы етәкселек килеү менән, әүҙем рәүештә артабанғы үҫеш юлдарын эҙләүе менән бәйле килеп тыуҙы.  

Конференция барышында Башҡортостанда эске резервтар иҫәбенә бизнесты әүҙем үҫтереүгә һәм тормош сифатын яҡшыртыуға өлгәшеүҙе, төбәк ресурстарын Рәсәй Федерацияһының алдынғы инновацион проекттарына интеграциялау юлы менән республиканы алдынғы позицияға сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуйған «Инновацион Башҡортостан» проекты менән таныштырылды. Проект шулай уҡ дәүләт идаралығы һәм бизнес өлкәһендә төбәк проблемаларын тикшереүгә һәм хәл итеүгә, республиканың бөтә аспекттарҙа асыҡлығын арттырыуға йүнәлтелгән тикшеренеүҙәрҙе әүҙемләштереүҙе күҙ уңында тота.  

Осрашыуҙа проект етәкселәре — Филипп Портнягин, Марсель Нурмөхәмәтов, Александр Лыбанев сығыш яһаны. Улар проект сиктәрендә эшкәртелгән йүнәлештәр тураһында һөйләне һәм йәштәрҙе уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.