7 декабрь, Шаршамбы

23 сентябрь 2010 йыл, 10:17

Өфө Рәсәйҙең иң көслө йәйге биатлонсыларын ҡабул итә

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә 23 сентябрҙә йәйге биатлон (саңғы роллерҙары) буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге старт ала.

«Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында йөҙгә яҡын спортсы спринт, шәхси уҙыш һәм эстафетала иң яҡшылары исеменә ярышасаҡ.

Ярыштарҙы ойоштороусылар — Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Рәсәй биатлонсылар союзы, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, биатлон буйынса олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы.

23 сентябргә планлаштырылған:

11:00 — 15 километрға — ҡатын-ҡыҙҙар араһында, 12,5 километрға юниоркалар араһында саңғы роллерҙарында шәхси иҫәпкә уҙыш;

14:30 — ир-егеттәр араһында 20 км-ға уҙыш, юниорҙар араһында — 15 км-ға.

Йома көндө, 24 сентябрҙә, рәсми тренировка көнө.

Артабан ярыштар программаһы түбәндәгесә:

25 сентябрь: 10:40 — эстафета 4х6 км, ҡатын-ҡыҙҙар; эстафета 3х6 км, юниор ҡыҙҙар.

14:00 — эстафета 4х7,5 км, ир-егеттәр, юниорҙар.

26 сентябрь:

11:00 — ҡатын-ҡыҙҙар һәм юниор ҡыҙҙар араһында 7,5 километрға спринтер уҙышы.

14:00 — ир-егеттәр һәм юниорҙар араһында 10 километрға спринтер уҙышы.