9 декабрь, Йома

23 сентябрь 2010 йыл, 9:02

Республикала яңынан урман янғындары башланды

автор: Светлана Ғәфүрова

Ҡоро торған елле көндәр, ҡойолған япраҡтар өйөмө – былар барыһы ла республикала янғын хәүефен арттырҙы. БР Урман хужалығында үткән брифингыла уның башлығы Рәжәп Нәбиуллиндың әйтеүенсә, үткән ике-өс көндә төбәктә урман янғындары иҫәбе 26-ға еткән. Шуларҙың һигеҙе тәүлек эсендә һүндерелгән.

— Урман янғындарының төп сәбәбе  - кеше факторы, мәҙәниәттең түбәнлеге: һүндерелмәгән усаҡ, автомобиль тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө, — тип иҫәпләй министр. Быйыл янғындар уҙған йылға ҡарағанда биш таҡырға күберәк булды. Дөйөм алғанда 11 163 гектар урман янды – 2009 йыл менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк.

Шулай ҙа БР Урман хужалығы министрлығы менән күрелгән саралар ҙа быйыл башҡа ваҡыттағыса түгел. Урман янғындарын һүндереүгә 12 мең кеше һәм 2750 техника берәмеге йәлеп ителгән. Башҡортостанда тиҙ арала теләһә ҡайһы районға оҙатырға мөмкин булған 33 мобиль төркөм ойошторолған. Урмандарҙы күҙәтеү һәм тикшереү өсөн көн һайын 200 ерҙә маршрутҡа сығалар.

Урман хужалығы министрлығында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторолған. Урман янғыны күҙәтелһә, шунда уҡ 272-04-30 телефоны аша хәбәр итергә мөмкин. Шылтыратыу буйынса мобиль төркөм йүнәлтеләсәк.